День Башкирского языка

Ноябрь 27, 2020 Просмотров: 16
23 ноябрҙән 27 ноябргә тиклем Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡорт йылына,  14 декабрь - Башҡорт теле көнөнә, олуғ мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. Был аҙналыҡта шундай маҡсаттар ҡуйылағайны: уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен арттырыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын, фекерләү ҡеүәләрен үҫтереү, белемдәрен , тапҡырлыҡтарын, зирәклектәрен һынау, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу арттырыу, ғорурлыҡ, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Аҙналыҡтың тәүге көнөндә мәктәп китапханаһында "Китап-дуҫы уҡыусының, аң-белемдә дөрөҫлөк" исеме менән күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусыларҙа башҡорт телендәге балалар өсөн яңы баҫылып сыҡҡан китаптар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шишәмбе көндө 3 -сө класта "Әкиәт иленә сәйәхәт" темаһына дәрес үтте. Дәрес барышында балалар уҡыған әкиәттәр буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт халыҡ әкиәттәре геройҙары менән танышты, ә иң күңеллеһе "Йомро икмәк" әкиәтен ролдәргә бүлешеп сәхнәләштереү булды. Уҡыусылар әкиәт геройҙары костюмдарын алдан әҙерләнеләр, ысын артислыҡ һәләттәрен күрһәттеләр. Бигерәк та Әхмәҙишина Зәринә(ҡуян), Исланова Илида(йомро икмәк), Аҡсурин Артём(айыу), Касбулатова Азалия(төлкө) килештереп уйнап иптәштәрен таң ҡалдырҙы. Балаларға дәрес-сәйәхәт бик оҡшаны. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, дипломат Кәрим Хәкимов- Ватаныбыҙ һәм ислам дәүләттәре араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға ҙур өлөш индергән кеше, ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы илсе.Башҡортостанда тыуып үҫкән    оло шәхестең тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан 9-сы класс уҡыусылары уҡытыусы менән берлектә  "Ҡыҙыл паша-Кәрим Хәкимов. Илсегә үлем юҡ"  телдән журнал ойошторҙо. Уҡыусылар кисә барышында: Кем ул Кәрим Хәкимов?, Дүсәндәрҙең ғорурлығы, Сәйәсәттә үҙен танытҡан шәхес, Дипломатик карьераһы, Джиддәләге эшмәкәрлек, Аяныслы яҙмыш, Халыҡ ил улын онотмай һорауҙарын асыҡланы. Яҙыусы-драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев тормошо һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Айгөл Рвинат ҡыҙы билдәле шәхестең ҡатыны Хәҙисә, улы Шамил, ҡыҙы Флораның, бер туғандарының ауыр яҙмышы тураһында  бик күп яңы мәғлүмәттәр бирҙе, бай йөкмәткеле презентация менән таныштырҙы. Шаршамбы көн 5-се класс уҡыусылары өсөн "Квест-уйын"(тел бәйгеһе) үтте. Бындай төр уйындар уҡыусыны тәнҡитле фекерләргә, 
берҙәм эшмәкәрлеккә илһамландыра, ижади һәләтен аса. Балалар "Берҙәмлек" һәм "Дуҫлыҡ" командаларына бүленеп кемуҙырҙан тиҙәйткестәр әйтеп ярыштылар, йомаҡтар ҡойоштолар, башҡорт телендәге мәкәл-әйтемдәрҙе рус теленә тәржемә иттеләр, шаян һорауҙарға яуап бирҙеләр, анаграммалар яҙҙылар, шиғырҙарҙа төшөп ҡалған рифма һүҙҙәрҙе эҙләнеләр, фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән аңлаттылар. Иң берҙәм, етеҙ һәм белемле команда "Дуҫлыҡ" булып сыҡты, улар 36 мәрәй йыйып еңеүсе булды. 6-сы класта "Теле барҙың- иле бар, иле барҙың- көнө бар" темаһына дәрес бик күңелле үтте. 7-се,8-се кластарҙа берҙәм    дәрестәр онлайн-дәрестәр формаһында ойошторолдо. Аҙналыҡ ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтте, күп төрлө сараларға  бөтә мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителде, башҡорт теле уҡытыусыһы Зиннәтуллина Айгөл  Рвинат ҡыҙы һәр сараға ентекле эҙерләнеп бай материал тупланы. Туған телебеҙ һаҡланһын, йәшәһен, яңғыраһын тиһәк,  беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары , балаларыбыҙҙы үҙ телендә аралашып, һөйләшеүҙән күңеленә рәхәтлек-кинәнес алып рухланһын тиһәк, төрлө мауыҡтырғыс алымдар менән ылыҡтырырға, дәртләндерергә бурыслыбыҙ. Бөйөк педагог В.А.Сухомлинскийҙың һүҙҙәре бөгөн урынлы ла, ваҡытлы ла, дөрөҫ тә яңғырай: "Баланың рухи донъяһы- ул уйындар, әкиәттәр, музыка, фантазия, ижад донъяһында йәшәгәндә генә тулы ҡиммәтле була. Унһыҙ ул- кипкән сәскә“. Телһөйәр, илһөйәр, үҙ халҡына, уның теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү йөрөткән, зиһенле, фекер йөрөтә белгән, заман талабына яуап биреүсе ижади шәхес тәрбиәләү- беҙҙең төп бурыс.